Хәүефһеҙлек
12 Июнь 2021, 12:00

Мәскәүҙә юғалған

Егеттең туғандарының һүҙҙәренсә, ул ғүмерендә беренсе тапҡыр Мәскәүгә аҡса эшләргә тип сығып киткән.

Социаль селтәрҙә Башҡортостандан 22 йәшлек Ислам Хөсәйеновтың юғалыуы тураһында хәбәр барлыҡҡа килде. Егеттең туғандарының һүҙҙәренсә, ул ғүмерендә беренсе тапҡыр Мәскәүгә аҡса эшләргә тип сығып киткән. Быға тиклем һәр саҡ һөйләшеп торған туғаныбыҙ ни сәбәптәндер 5 июндән бәйләнешкә сыҡмай башланы, тип борсола улар.
ГорОбзор.ру хәбәрселәре юғалған егеттең туғандары менән бәйләнешкә инеп шуларҙы асыҡлаған: Ислам Хөсәйенов яман ғәҙәттәре булмаған бик баҫалҡы егет, белеме буйынса икмәк бешереүсе.
"Ҡыҙҙар менән дә бер ниндәй проблемаһы юҡ, ул дини кеше. Берәүҙән дә көтәсәккә аҡса алғаны юҡ, кәрәкһә, беҙ ярҙам итерҙе белә ине", тип һөйләгән уның бер яҡыны.
Фото:ГорОбзор.ру
Читайте нас