Кисә төнгә ҡарай Баймаҡ районының Ярат ауылында йәйәүлеләр ҡатнашлығында үлемесле авария булған: ВАЗ-2114 автомобилендәге 66 йәшлек водитель, фаразлауҙар буйынса, ҡаршы юл һыҙатына сығып, ике кешене тапатҡан.
Юл һәләкәтендә ныҡ бәрелеү һөҙөмтәһендә 66 йәшлек ҡатын шунда уҡ дауаханаға оҙатыла, әммә, үкенескә ҡаршы, бер-ике сәғәттән вафат була. Икенсе йәйәүле, 14 йәшлек ҡыҙ, еңелсә тән йәрәхәттәре ала һәм бик ныҡ ҡурҡа.
Ә водителдең эскән булыуы асыҡланған. Әле авария буйынса тикшереү бара.
Бер тәүлектә республика Дәүләт автоинспекцияһы тарафынан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген боҙған 2100 осраҡ асыҡланған, 67 иҫерек водитель тотолған.
Фото: Башҡортостан буйынса ЮХХДИ.