Хәүефһеҙлек
14 Июнь 2021, 11:00

84 йәшлек бабайҙы бәрҙереп ҡасҡан

Ошондай хәлдәр йышайҙы. Зыян күреүсенең туғандары был эште ҡылған егетте эҙләй.

12 июндә баш ҡаланың “Мир” фирмаһы” туҡталышында электр самокатындағы ир-егет 84 йәшлек бабайҙы бәрҙереп ҡасҡан.
Оло йәштәге өфөлө Роберт Ғәлиәкбәров магазиндан өйөнә ҡайтып барған. Ҡапыл уға ҙур тиҙлектәге электр самокаты килеп бәрелә. “Көслө бәрелеүҙән мин ҡоланым. Иҫемә килгәндә, ике ир-егет мине күтәреп эскәмйәгә ултыртып маташа ине. Шунан улар юҡҡа сыҡты”, - тип һөйләй зыян күреүсе.
Роберт бабай ҡатынына һәм улына шылтырата, улар “Ашығыс ярҙам” саҡырта. Табиптар ҡуйған диагноз етди булып сыға: оло кешенең янбаш һөйәге һынған. Ул хәҙер кәм тигәндә өс ай түшәктә ятырға мәжбүр буласаҡ. Уға металл конструкция ҡуйыуға бәйле ҡатмарлы операция талап ителә, шул саҡта ғына атлап йөрөй аласаҡ.
Роберт Ғәлиәкбәровтың туғандары полицияға һәм социаль селтәрҙәр аша ошо хәлдең шаһиттарына мөрәжәғәт иткән. Бәлки, һеҙҙең аранан берәйһе оло йәштәге кешене ҡазаға тарытып, ташлап киткән әҙәмдәрҙе күргәндер. Был хаҡта полицияға хәбәр итеүегеҙ һорала.
Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/myufa
Читайте нас