Хәүефһеҙлек
14 Июнь 2021, 05:00

Өфөлә ике ҡатлы йорт янды

Асыҡланыуынса, йорттоң беренсе подъезында бер кем дә йәшәмәгән, икенсе подъезда туғыҙ кеше, шул иҫәптән ике бала ҡалған...

Кисә төнөн баш ҡаланың Калинин районында, Уссурийская урамында янғын сыға. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ут ике ҡатлы күп фатирлы йортто ялмап ала.
Асыҡланыуынса, был ике подъезлы йортта 16 фатир урынлашҡан, ҡыйығы шиферҙан, үҙе ағастан. Дөйөм майҙаны 15х25 метр. Йорт 1948 йылда төҙөлгән.
Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә йорт тулыһынса ут менән ялмап алынған булған. Янғын менән 37 кеше һәм 14 берәмек техника көрәшә. Бәхеткә күрә, бер кем дә үлмәгән һәм зыян күрмәгән.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йорттоң беренсе подъезында бер кем дә йәшәмәгән, кешеләрҙе унан тулыһынса күсергән булғандар. Икенсе подъезда туғыҙ кеше, шул иҫәптән ике бала ҡалған. Уларҙың барыһы ла үҙаллы сыға алған. Был кешеләр Өфө ҡалаһындағы 58-се лицей бинаһында йәшәп торасаҡ.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас