Хәүефһеҙлек
14 Июнь 2021, 06:30

Турист бәләгә тарыған

Ярҙамға Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре генә түгел, күрше Силәбе өлкәһе ҡотҡарыусылары ла килеп етә.

Учалы районының Нәрәле тауы һыртында турист бәләгә ҡала. БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белдереүенсә, өс ир квадроциклдарҙа тауға артылырға була. Нәрәле тауы текә генә, күтәрелгәндә уларҙың береһенең квадроциклы түңкәрелеп, аяғы һына. Бәхеткә күрә, туристарҙың навигаторҙары була. Улар ҡотҡарыусыларға шылтыратып, ҡайҙа икәнлектәрен хәбәр итә.
Тиҙ арала ярҙамға БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре генә түгел, күрше Силәбе өлкәһе ҡотҡарыусылары ла килеп етә. Улар йәрәхәтләнгән туристы Ялсығол ауылына тиклем алып барып, табиптар ҡулына тапшыра.
“Республикала йылы һауа торошо урынлашыу менән, тауға артылыусылар һаны арта. Экстремаль спорт төрө – квадроциклдарҙа йөрөү киң билдәлелек яулай. Был транспорт сараһын дөрөҫ эксплуатациялағыҙ, тиҙлек режимын, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ, кире осраҡта бәләгә тарыуығыҙ бар, үлем осраҡтары ла йыш теркәлә”, - тип иҫкәртәләр ведомствонан.
Фото: stolica-s.su
Читайте нас