Һамар, Өфө һәм Силәбе ҡалалары араһындағы трассала, Благовар районы биләмәһендә бөгөн иртә менән юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.
Иртәнге сәғәт 11-ҙә "Opel Astra" еңел автомобиле менән "Foton" йөк машинаһы бәрелешә. Һөҙөмтәлә ауыр йөк машинаһы әйләнеп китеп түңкәрелә һәм етди зыян күрә. ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, еңел автомобиль водителенә медицина ярҙамы талап ителгән. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен яуаплы хеҙмәттәр асыҡлаясаҡ.
Барығыҙға ла хәйерле юлдар теләйбеҙ! Бының өсөн ябай ғына тойолған юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуғыу, иғтибарлылыҡ талап ителә. Юлдарҙа уяу булығыҙ, өйҙәрегеҙгә иҫән-аман әйләнеп ҡайтырға яҙһын!