Хәүефһеҙлек
15 Июнь 2021, 18:30

Бәйге бәхетһеҙ тамамланған

Сабыш аты һөрлөгөп китә һәм һыбайлыһын атып бәреп, үҙе лә ҡолай.

Райондарҙа һабантуйҙар гөрләп үтә. Байрам байрам менән, әммә күмәк кеше йыйылған ерҙә бәлә-ҡазалар ҙа һағалап ҡына тора.
Мәҫәлән, Борай районы һабантуйындағы ат ярышында ҡатнашыусы бәхетһеҙлеккә тарыған. Икенсегә ураған саҡта сабыш аты һөрлөгөп китә һәм һыбайлыһын атып бәреп, үҙе лә ҡолай.
Әйтеүҙәренсә, һыбайлы етди йәрәхәттәр алмаған. Ә бына бахыр ат ныҡ ҡына имгәнгән. Уны ятҡан еренән, бер аяғы һынғанлыҡтан, тиҙ генә ҡуҙғата алмайҙар. Әлегә аттың артабанғы хәле тураһында билдәле түгел.
Фото: видеонан скриншот.
Читайте нас