15 июндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге аҙналыҡ видеоселектор кәңәшмәлә пляждарҙа ялды ойоштороу һәм һыу инеү мәлендә республика йылғаларында, күлдәрендә хәүефһеҙлек мәсьәләләре ҡаралды.
Андрей Назаров республика Башлығы тарафынан барлыҡ муниципалитеттарҙа ойошторолған пляждарҙы асыу буйынса эште ваҡытында үткәреү талабы ҡуйылғанлығын хәтергә төшөрҙө. 2021 йылдың һыу инеү миҙгелендә барлығы 120 пляж асылырға тейеш.
"Һыу инеү миҙгеле республикала июнь башында асылды. Әммә пляждарҙы ҡороу һәм асыу буйынса эш тамамланмаған әле. Һәр кемдең халыҡтың, бигерәк тә балаларҙың һыуҙағы ялы уңайлы, хәүефһеҙ булырға тейеш икәнлеген аңлауы мөһим", - тип белдерҙе Премьер-министр, ҡала-район башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығындағы Бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһының 15 июнгә ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, 77 пляжға техник күҙәтеү үткәрелгән, уларҙың 29 муниципалитеттағы 70-е файҙаланыуға тапшырылған. Былтыр ошо ваҡытта барлығы 25 кенә пляж асылған ине.
Ҡайһы бер муниципалитеттар, фактик йәһәттән пляждарҙы файҙаланыуға әҙерлеге буйынса мәғлүмәттәре булмаһа ла, пляждарҙы аттестациялауға ғариза бирә. Бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 23 муниципаль берекмәнән пляждарҙы техник күҙәтеү буйынсағы 30 тирәһе ғариза эшкә алынған.
Андрей Назаров муниципалитет башлыҡтарына пляждарҙы аттестациялауҙы ҡыҫҡа ваҡытта тамамларға һәм кешеләрҙең һыуҙағы хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн барлыҡ сараларҙы күрергә ҡушты.