Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оҙайлы ял көндәрендә республика юлдарында үлемесле авариялар һаны кәмемәне. Тәүлек әйләнәһенә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан 14 юл-транспорт фажиғәһе асыҡланған, аварияла ике кеше үлгән, 18 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Кисә Дәүләкән районында Дәүләкән - Талбазы автомобиль юлының 9-сы километрында "Лада Гранта" руле артындағы 33 йәшлек ир боролошта юлдан ситкә оса һәм түңкәрелә. Һөҙөмтәлә, водитель "Ашығыс ярҙам" килеп еткәнсе, ваҡиға урынында йән биргән.
Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә шулай уҡ Бүздәк - Саҡмағош - Дүртөйлө автомобиль юлының 75-се саҡрымында үлемесле авария теркәлгән. Пермь өлкәһендә йәшәгән 34 йәшлек ҡатын "Toyota RAV4" автомобиленә идара иткәндә, юлдан ситкә оса һәм түңкәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 67 йәшлек пассажир ҡатын шунда уҡ йән бирә. Водитель һәм уның тағы ла ике пассажиры ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Осраҡ буйынса тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана.
Юлдарҙа тиҙлек режимын арттырмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Бигерәк тә боролошло урында һаҡ булығыҙ!