Бына өс көн инде Туймазы ҡалаһында йәшәгән 79 йәшлек ветеранды эҙләп таба алмайҙар. Фәрит Хәсәновтың 13 июндә, һары велосипедҡа ултырып, ҡайҙалыр сығып киткәне генә билдәле.
Ветеран ул көндә ҡайтмағас, яҡындары борсола башлай. Пенсионерҙың хәтере булмауы билдәле. Уны күреүселәр булһа, ошо телефондарға шылтыратығыҙ: 8 (937) 365- 23-46, 8 (800) 700-54-52.
Айырым билдәләре: ҡәҙимге кәүҙәле, буй оҙонлоғо 168 сантиметр, һорғолт-йәшел күҙле, сал сәсле. Ҡара төҫтәге спорт салбары, аҡ кроссовка, йәшел төҫтәге буйлы футболка кейгән булған.