Хәүефһеҙлек
16 Июнь 2021, 15:00

Граф күлендә - ҙур фажиғә

Туғыҙ йәшлек ҡыҙ баланың кәүҙәһе табылған, ә ир кешенеке...

Баймаҡ районының Мерәҫ ауылы янындағы Граф күлендә - ҙур фажиғә. Һыу инергә ҡулайланмаған урында ике кеше батып үлгән. Был турала “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.
Билдәле булыуынса, туғыҙ йәшлек ҡыҙ һәм 30 йәшлек ир батҡан. Әлеге ваҡытта баланың кәүҙәһен табып сығарғандар, ирҙекен эҙләү дауам итә. Урында оператив-тәфтиш саралары үткәрелә, улар фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән.
Көндәр эҫе тора. Һыу ингәндә барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү шарт. Иң мөһиме - махсус йыһазландырылған пляждарға барырға, балаларҙан күҙ яҙлыҡтырмаҫҡа һәм иҫерек килеш һыуға төшмәҫкә.
Фото: gorodvo.ru
Читайте нас