Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Стәрлебаш районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Авария Стәрлетамаҡ - Федоровка автомобиль юлының 45-се километрында була. "ВАЗ-2110" автомобиленә идара иткән 62 йәшлек водитель юлдан ситкә оса. Машина түңкәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, водитель ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Осраҡ буйынса тукшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана.
Бер тәүлек эсендә республикала туғыҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 13-ө төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!