Кисә Хәйбулла районының Атингән - Йәнтеш юлында аяныслы хәл теркәлгән: төҙөлөш материалдары тейәгән йөк машинаһы һәләкәткә осраған.
Алдан күҙаллауҙар буйынса, фураның тормозы сафтан сыҡҡан. Һөҙөмтәлә машиналағы өс Ырымбур кешеһе дауаханаға оҙатылған, уның береһе ауыр хәлдә.
Осраҡ буйынса тикшереү эштәре башланған, авария сәбәптәре асыҡлана. Ауҙарылған төҙөлөш материалдарын кеше алып китмәһен өсөн дә саралар күрелгән.