Кисә кис менән Бөрө районында үлемесле авария теркәлде. Үрге Ыласынтау – Яңы Байыш автомобиль юлының 4-се километрында “Рено Дастер” автомобиле юлдан оса. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, рулдә ҡатын водитель – 56 йәшлек Өфө кешеһе ултырған. Юлдан осҡас, ул электр бағанаһына барып бәрелгән. Бәрелеш бик көслө булған, күрәһең, сөнки бағана автомобиль өҫтөнә ауған.
Һүрәттәрҙән күренеүенсә, был фажиғәлә водителгә иҫән ҡалыу өсөн шанс булмай. Автомобиль ныҡ иҙелгән. Ҡатын табиптар килеп еткәнсе йән биргән.
ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, кисә республика юлдарында 11 авария булған, уларҙа бер кеше һәләк булған, 13-ө төрлө йәрәхәттәр алған.