Хәүефһеҙлек
18 Июнь 2021, 18:00

Мәктәптән дүрт үҫмер ҡасҡан...

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 16 июндә Туймазы районының Серафимов ябыҡ типтағы махсус мәктәбенән ҡасып киткән дүрт малайҙы эҙләйҙәр.

17 йәшлек Иван Игнаткиндың билдәләре: буйы – 165 сантиметр, уртаса кәүҙәле, оҙонса йөҙлө, һары сәсле, күҙҙәре йәшкелт-зәңгәр, йоҡа иренле. Күк төҫтәге футболка, көрән шорты, күк кепка кейгән.

17 йәшлек Вадим Куфтериндың билдәләре: буйы – 175 сантиметр, уртаса кәүҙәле, оҙонса ҡуңыр йөҙлө, ҡыҫҡа ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле, йоҡа иренле, ҡуйы ҡашлы. Һоро футболка, ҡара трико кейгән.

15 йәшлек Алмас Сәләховтың билдәләре: буйы – 165 сантиметр, уртаса кәүҙәле, оҙонса йөҙлө, ҡара сәсле, ҡара күҙле. Сейә төҫөндәге футболка, күк трико кейгән.
Билдәләре: уң битендә миңе бар, һуҡыр эсәгенә операциянан һуң йөй ҡалған.
15 йәшлек Илья Саликаев: буйы – 165 сантиметр, уртаса кәүҙәле, оҙонса йөҙлө, ҡара сәсле, ҡалын иренлы, ҡуйы ҡашлы. Йәшел төҫтәге (хаки) футболка, шорты кейгән. Махсус билдәһе: һул яҡтан өҫкө ҡаҙыҡ теше юҡ.
Уларҙың ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙән 8 (34782) 7-20-97, 7-10-01, 279-39-02, 8-917-80-89-081 телефондары буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы сайты.
Читайте нас