Бөгөн төнгө сәғәт өс тирәһендә Баймаҡ районындағы Баймаҡ – Түбә автомобиль юлының беренсе саҡрымында авария булған.
Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Mitsubishi Lancer” автомобилендә Баймаҡ ҡалаһынан Мерәҫ ауылы яғына хәрәкәт иткән 35 йәшлек ир, идараны юғалтып, ситкә оса һәм электр бағанаһына бәрелә. Һөҙөмтәлә водитель һәм уның 35 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатыла. Машинанан тимер өйөмө генә тороп ҡала.
Шулай уҡ иртәнсәк Ҡариҙел районы үҙәгендә 27 йәшлек водитель “Лада Приора” автомобилендә юл ситенә сығып ауа. Һөҙөмтәлә ундағы 35 һәм 13 йәшлек пассажирҙар дауаханаға эләгә. Водителе эскәнлекте билдәләү өсөн уҙғарылған медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта.
Ике осраҡтың да сәбәптәре асыҡлана.
Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә туғыҙ авария теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған, 11-е төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ял һәм байрам көндәрендә рсепубликаның ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре көсәйтелгән режимда эшләй, эскән, ҡағиҙәләрҙе боҙған водителдәрҙе асыҡлау буйынса рейдтар уҙғара. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Юлланған ерегеҙгә имен-һау барып етегеҙ!
Фото: Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы.