Хәүефһеҙлек
20 Июнь 2021, 09:00

11 йәшлек баланың ғүмере өҙөлдө...

Бөгөн иртән республика районынан бик ауыр хәбәр килде...

Кушнаренко районында - фажиғә. Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Мәскәү - Өфө юлының 1299-сы километрында “Форд” еңел автомобиле менән Scania йөк машинаһы бәрелешкән.
Юл полицияһы мәғлүмәттәре буйынса, аварияла 11 йәшлек баланың ғүмере өҙөлгән.
Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара, фажиғә урынында белгестәр эшләй.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын боҙмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас