Кисә билдәле булыуынса, Нуриман районында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән: 1979 йылғы турист ҡатын ете метр бейеклектәге Ҡыҙыл ҡаянан ҡолап төшкән. Уға ҡотҡарыусыларҙың һәм медицина хеҙмәткәрҙәренең ярҙамы кәрәк булған.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һәм медицина хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына килеп етә. Альпинист ҡорамалы ярҙамында ҡатынды өҫкә күтәреп, "Ашығыс ярҙам" машинаһы килеп еткәнсе үк дауаханаға оҙаталар.
"Ҡаянан ҡолап төшөү осраҡтары йылдан-йыл ҡабатлана, киҫекмәй һаман хәүефле урындарға барыуҙы дауам итәләр. Тәбиғәттә ял иткәндә лә иғтибарлылыҡты, һаҡлыҡты юғалтмағыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!" - тип иҫкәртәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.