Хәүефһеҙлек
21 Июнь 2021, 13:30

Битлек кейәбеҙме? Транспортта рейд үтте

2020 йылдың 20 апреленән 2021 йылдың 18 июненән тиклем 283 тикшереү сараһы уҙғарылған.

Бөгөн Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, “Роспотребсоюз”дың төбәк идаралығы, ЮХХДИ һәм Эске эштәр министрлығының Өфөләге идаралығы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Башлығының коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы Указы талаптарының үтәлешен тикшерҙе.
Баш ҡаланың “Галле ҡалаһы” туҡталышында тиҫтәләгән автобус, троллейбус һәм маршрут таксийы тикшереү үтте. Пассажирҙарға ғына түгел, кондукторҙарға, водителдәргә лә битлек кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәрттеләр.
– Пассажирҙарҙың күбеһендә һаҡлыҡ саралары бар, тик уларҙы файҙаланмайҙар. Йәмәғәт транспорты халыҡ күпләп йыйылған урын, унда сирҙе йоҡтороу хәүефе айырыуса юғары. Шуға күрә граждандарҙы йәмәғәт транспортында һаҡлыҡ сараларын әүҙем файҙаланырға саҡырабыҙ, – тине Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының бүлек начальнигы вазифаһын башҡарыусы Динар Сәфиуллин.
2020 йылдың 20 апреленән 2021 йылдың 18 июненән тиклем 283 тикшереү сараһы уҙғарылған, шуның 104-е – юл комплексы объекттарында, 179-ы – транспорт комплексында. Асыҡланған етешһеҙлектәр буйынса 145 административ протокол төҙөлгән.
Мәғлүм булыуынса, битлек тәртибен боҙған граждандарға тәүге тапҡыр 1-3 мең һум (икенсеһендә 3-5 мең һум), вазифалы кешеләргә 5-15 мең (15-30 мең), ойошмаларға 50-100 мең (100-200 мең) һум штраф һалына. Сирҙең таралыуына юл ҡуймау өсөн транспорт предприятиеларына пассажир салондарында санитария эшкәртеүен көн һайын үткәреүҙе дауам итергә ҡушылды.
Профилактик рейдтар артабан да дауам итәсәк.
Фото: vk.com
Сығанаҡ: bashkortostan.ru/presscenter/news/376102/
Читайте нас