Хәүефһеҙлек
21 Июнь 2021, 16:30

Үҫмер туғандарын ҡотҡарған

Төндә оҙаҡ итеп телефонда уйнап ултырған үҫмерҙең танауына янған еҫ килеп бәрелгәс...

Республикабыҙҙың Дыуан районында кисә янғын осрағы теркәлде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, утта 15 йәшлек үҫмер зыян күргән.
Ваҡиға Арый ауылында була. Үҫмер төндә оҙаҡ ҡына телефонда уйнап ултыра. Бер мәл танауына үткәргес янған еҫ килеп бәрелә. Ул шунда уҡ ғаилә ағзаларын уятып, 14 йәшлек ике ҡыҙҙы һәм бер йәшлек ҡустыһын урамға сығара һала. Үҫмер үҙе йәрәхәтләнергә, утта бешергә өлгөрә. Әле ул дауаханала. Бәхеткә ҡаршы, малайҙың һиҙгерлеге арҡаһында утта һәләк булғандар юҡ.
Янғын бер кемде лә аямай. Йорттарға ут сығыуын иҫкәртеүсе приборҙар ҡуйыу фажиғәләрҙе бермә-бер кәметер ине. Йәйге осорҙа һәр кемдән айырыуса уяулыҡ, янғындан һаҡланыу ҡағиҙәләрен теүәл үтәү талап ителә.
Фото: newsler.ru
Читайте нас