Күптән түгел Әлшәй районында йәшәгән ир гражданлыҡ ҡатынын үлтергәнсә туҡмағаны өсөн хөкөм ителгән. Был аяныслы көндә ир өйгә ҡайтҡанда, ҡатынының танышы менән түшәк бүлешеүен күреп ярһый һәм танышына бер ике тапҡыр һуғып, уны баҫҡыстан ырғыта. Артабан өйгә инеп, ҡатынды туҡмай башлай.
Оператив-тәфтиш бүлеге хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, тәүҙә ҡатын хәлдең нисек барғанын аңламай, сөнки ул иҫерек була. Артабан ыҙғыш аш бүлмәһендә дауам итә, бында ҡатын хәлде аңлап ҡалғас, иргә мыҫҡыллы һүҙҙәр ысҡындыра. Бынан һуң ир тағы ла нығыраҡ ярһып, уны туҡмарға тотона. Аҙаҡ ул туҡтап, туҡмалған кәүҙәне залда ҡалдыра. Шаһит әйтеүенсә, был ваҡытта ҡатын тере була. Иртәгәһенә меҫкен ҡатын йән бирә.
Хөкөм ителеүсе тулыһынса ғәйебен таныған, ул алты йылға иркенән мәхрүм ителгән.
Эскелек һәм ҡыҙғаныу кеүек сифаттар кеше өсөн иң насары, шуға күрә эскән ваҡытта үҙегеҙҙе контролдә тотоғоҙ. Был осраҡта ла барыһы ла яҡшы булыр ине лә, тағы ла шул эскелек һәм ҡыҙғаныу ғына ғәйепле.