Бөгөн көндөҙ Баймаҡ районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Республика ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, авария Магнитогорск – Ира автомобиль юлында була. Бында “ВАЗ-2010” автомобиле менән “МАЗ” ҙур йөк машинаһы бәрелешкән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңел автомобиль водителе ваҡиға урынында уҡ йән биргән. Авария сәбәптәре асыҡлана, унда полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй.
Һуңғы ваҡытта республика юлдарында береһенән-береһе ҡурҡыныс юл-транспорт хәл-ваҡиғалары артты. Мәҫәлән, кисә туғыҙ авария булған һәм уларҙа өс кешенең ғүмере өҙөлгән, туғыҙ кеше тән йәрәхәттәре алған.
Был фажиғәләрҙән юлға сыҡҡан һәр бер кеше фәһем алып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймаһын ине. Әгәр ҙә водителдәр үҙен юлда тәртипле тотһа, ул саҡта бындай ҡорбандар булмаясаҡ.