Хәүефһеҙлек
22 Июнь 2021, 08:45

Барып еткерә алмаған...

Дөйөм алғанда, уҙған аҙнала республика юлдарында туғыҙ кеше һәләк булған.

Кисә көндөҙ Архангел районында тимер юл үткәүелендә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Республиканың ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Toyota Land Cruiser” автомобиле светофорҙың тыйыу сигналы аҫтында хәрәкәт иткән. Һөҙөмтәлә ул “V345” пассажир поезы менән бәрелешкән. Аварияға тарыған автомобилдең водителе дауаханала һәләк булған.
Был ваҡиға Үрге Ырныҡшы – Благовещен – Успенка автомобиль юлының 1 саҡрымында булған. Фажиғәле осраҡҡа асыҡлыҡ индерелә.
Әйткәндәй, уҙған аҙнала ла республика юлдары тыныс булмаған. 14 – 20 июндә 70 авария теркәлгән һәм уларҙа туғыҙ кеше һәләк булған, 86 кеше йәрәхәттәр алған. Дөйөм алғанда, республиканың ЮХХДИ инспекторҙары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 15347 осрағын асыҡлаған, эскән килеш рулгә ултырған 304 кешене тотҡандар. Кисә иһә туғыҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, туғыҙ кеше йәрәхәтләнгән, өс кеше мәрхүм булған.
Хөрмәтле водителдәр, был һандар һәм фажиғәләр һеҙҙе уйға һалһын ине.
Фото: БР ЮХХДИ идаралығынан.
Читайте нас