Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, әлеге ваҡытта ла республика биләмәһендә янғынға бәйле хәл киҫкен тора. Ҡайһы бер райондарҙа хатта V класс янғын хәүефе һаҡлана.
Синоптиктар белдереүенсә, төндә яуым-төшөм, урыны менән йәшен, боҙ-борсаҡ көтөлә.
“Ел төньяҡ-көнбайыштан иҫә, төньяҡтан төндә секундына 3-8 метрға тиклем, көндөҙ 9-14 метрға тиклем, йәшен ваҡытында 15-20 метрға тиклем етеүе ихтимал”, — тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Төндә һауа температураһы - 15-20, урыны менән - 8-13, көндөҙ 27-32 градус эҫе буласаҡ.