Хәүефһеҙлек
22 Июнь 2021, 08:30

Ярҙам ваҡытында килгән

Ағиҙел йылғаһын йөҙөп сығырға ниәтләгән 34 йәшлек Өфө егете, ҡотҡарыусылыр килеп етмәһә, һыуҙа батып һәләк булыр ине...

Ярай әле, кешеләргә ярҙамға килеүсе ҡотҡарыусылар бар. Кисә улар әзмәүерҙәй өс ирҙе һыуҙа батыуҙан аралап, ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалды. Тәүге осраҡта Граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары Инорс биҫтәһендә Ҡариҙел йылғаһынан 32 йәшлек ирҙе батып барған еренән алып сыҡҡан.
“Ҡомло” пляжында ял иткәнендә ул, дәртләнеп китеп, йылғаны йөҙөп сығырға булған. Һыу ятҡылығының яртыһына барып етеү менән хәле бөтөп, кинәт бата башлаған. Дежурҙа торған ҡотҡарыусылар ваҡытында ярҙам күрһәткән һәм ярға алып сыҡҡан.
Икенсе осраҡ та Инорс биҫтәһендәге һыу ятҡылығында теркәлгән. 32 йәшлек ир көсөн һынарға теләп, күлде йөҙөп сыҡмаҡсы була, тик уртаһына барып етеү менән хәле бөтә. “Гольфстрим” пляжындағы ҡотҡарыусылар уның батып барғанын ваҡытында күреп ҡала һәм үлемдән ҡотҡара. “Ҡояшлы” пляжы районында Ағиҙел йылғаһын йөҙөп сығырға ниәтләгән 34 йәшлек Өфө егете ҡотҡарыусылыр килеп етмәһә, һыуҙа батып һәләк булыр ине. Уны шулай уҡ ҡотҡарыусылар ярға алып сыҡҡан. Өҫтәүенә ирҙең айныҡ булмауы ла асыҡланған.
Баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, ирҙәрҙең өсөһө лә медицина ярҙамына мохтажлыҡ кисермәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ҡотҡарыусылыр Көйөргәҙе районының Күмертау күмер разрезы һыу ятҡылығынан һыуҙа батҡан ирҙең кәүҙәһен сығарҙы. Ул 17 июндә һыуҙа батҡан булған.
Ведомствоның рәсми мәғлүмәттәренән күренеүенсә, йыл башынан 15 кешенең һыуҙа һәләк булыуы билдәле. Һығымтаны һәр кемгә үҙенә яһарға ҡала.
Олег Яровиков фотоһы.
Читайте нас