Бөгөн “Вся Уфа” телеканалының тура эфирында “Сәләмәт Өфө” акцияһында ҡатнашыусылар араһында фатир һәм 10 смартфон, шулай уҡ башҡа ҡиммәтле бүләктәр отторола.
Дәртләндереү сараһы баш ҡалалбыҙҙа 14 майҙан 20 июнгә тиклем үткәрелде. Унда ҡатнашыу өсөн вакцинациялау пункттарының береһендә прививка яһатып, кодлы флаер алырға һәм уны “Сәләмәт Өфө” сайтында теркәргә кәрәк ине. Акцияның ойоштороусыһы – Ҡаланы үҫтереүҙең йәмәғәт фонды.
“Сәләмәт Өфө” телемарафоны көндөҙгө сәғәт 5-тә, ә бүләктәр оттороу киске 8-ҙә башлана.
Тура эфир барышында шулай уҡ эксперттар вакцинация тураһындағы һорауҙарға яуап бирә. Вакцина яһатып, бүләктәр отошонда ҡатнашҡан кешеләр тураһындағы мәғлүмәттәр комиссия тарафынан тикшерелә.
Фото: ufacity.info/press/news/411029.html