Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көн һайын республикала һыуҙа батып үлеүселәрҙең һаны арта. Уйындан уймаҡ сыға, тигәндәй Өфө йылғаһын йөҙөп сығырға һәм тере ҡалырға тигән шарт ҡуйып, биш үҫмер уң ярҙан һул ярға йөҙөп сығырға һүҙ ҡуйышып, һыуға ташлана. Дүртәүһе ҡуйылған бурысты үтәй, әммә 14 йәшлек үҫмер бата башлай. Дуҫтары уға ярҙам итергә тырыша, әммә һөҙөмтәһеҙ. Етмәһә, уларҙың кейемдәре лә, телефондары ла ярҙа ятып ҡалған була. Бәләгә тарыусыларҙы күреп, шаһит булыусыларҙың береһе ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтырата.
Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: балаларға рөхсәт ителмәгән урында һыу инергә ярамағанлығын аңлатығыҙ, нисек кенә йөҙә белгән хәлдә лә балағыҙҙы һыу ингәндә яңғыҙын ҡалдырмағыҙ, янында булығыҙ.