Хәүефһеҙлек
23 Июнь 2021, 07:30

Вакцинация киң ҡолас ала бара

Ошо көндәрҙә республикала коронавирустан вакцинациялау барышы тикшерелде.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советы ултырышында республикала коронавирустан вакцинациялау барышы тикшерелде.
– 2020 йыл барыбыҙ өсөн дә ғәйәт ҡатмарлы булды, һәм ковид пандемияһына ҡаршы көрәш менән үтте. Беҙ кеше хоҡуҡтарына туранан-тура ҡағылған байтаҡ ҡарар ҡабул иттек, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров. – Был хәл әле тамамланманы. Рәсәйҙә санитария-эпидемиологик хәл бик ауыр. Федерацияның бер нисә субъектында мотлаҡ вакцинациялау тураһында иғлан иттеләр. Республикала әлегә бындай тәртипте ғәмәлгә индереү зарурлығы юҡ. Шул уҡ ваҡытты уҙған аҙнала прививка яһатыу кампанияһын әүҙемләштереүгә йүнәлтелгән бер нисә ҡарар ҡабул иттек. Һеҙҙең бурыс – хәлде күҙәтеү, ошо мәсьәләләр буйынса фекерегеҙҙе белдереү.
Республика власының вакцина яһатмағандар өсөн билдәле бер сикләүҙәрҙе ғәмәлгә индереүе Совет ағзалары араһында йәнле дискуссия тыуҙырҙы. Йәмәғәтселәрҙең берәүҙәре район үҙәктәрендә һәм ҙур булмаған ауылдарҙа вакциналарҙың етмәүенә, табиптарҙың прививка яһатырға ярамаған кешеләргә уның тыйылыуы тураһында белешмә ҡағыҙы бирмәүенә зарланһа, икенселәре урамдарҙа күмәк вакцинация башларға тәҡдим итте.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143007.html
Сығанаҡ: glavarb.ru
Читайте нас