Баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Өфөнөң Ағиҙел йылғаһында билдәһеҙ ирҙең кәүҙәһе табылған. Ул махсус йыһазландырылмаған пляжда, ярҙан дүрт метр алыҫлыҡта ятҡан.
"Батҡан кешенең кемлеге, был хәлгә ни сәбәпле тарығаны әлегә билдәһеҙ, яр буйында бер ниндәй ҙә шәхси әйберҙәр юҡ. Тикшереү бара", - тип хәбәр итәләр идаралыҡтан.
Йыл башынан республикала 17 кешенең, шул иҫәптән биш баланың һыуҙа батып үлгәне теркәлгән. Йәнә бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: рөхсәт ителмәгән урында һыу инмәгеҙ, эскән килеш йәки спиртлы эсемлектәр ҡулланһағыҙ, йылға-күл янына бармағыҙ, һыуға төшмәгеҙ. Яңылыш яһаған бер аҙымдың ғүмерлек үкенескә килтереүен онотмағыҙ!