Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, коронавирусҡа бәйле республикала ғәмәлгә индерелгән сикләүҙәргә аңлатма биреп, Башҡортостан ғәмәлдәге хәл-шарттарға битараф ҡала алмай, мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә, тип белдерҙе. Дауаханалар, табиптар пациенттарҙы ҡабул итергә әҙерләнде, һаҡлыҡ саралары күрелә.
“Шул уҡ ваҡытта дөйөм тырышлыҡ менән, күмәк вакцинация үткәреп кенә, хәүефкә ҡаршы тора аласаҡбыҙ. Көрәш алымы билдәле һәм үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Прививка тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә миллион ғүмерҙе ҡыйған ауырыуҙарҙы еңеп сығырға ярҙам итте. Сәсәк, ваба, ҡыҙылса һәм башҡа байтаҡ сирҙәр тарихта ҡалды, кешелек күп йылдар инде эпидемияһыҙ йәшәне.
Бөгөн республикала вакцина етерлек, уның бер нисә төрө бар. Прививканы тиҙ һәм бушлай яһатырға була. Уны эшләтеп, үҙегеҙҙе лә, башҡаларҙы ла һаҡлайһығыҙ.
Һуңғы айҙарҙа ауырыуҙы үткәргәндәрҙең барыһы ла: “Иң яҡшыһы прививка яһатыу”, ти. Хаталарға юл ҡуймайыҡ”, – тине республика парламенты Рәйесе.
Сығанаҡ: bashinform.ru/news