24 июндә Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр урынбаҫары Ирек Сәғитов рәйеслегендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялау буйынса комиссия ултырышы булды.
Был кәңәшмәлә 1 – 15 июндә айырым райондарҙағы ҡоролоҡто күҙәткән муниципалитеттарҙағы берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәттәрен матди-техник йәһәттән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.
Ирек Сәғитов Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм ликвидациялау берҙәм дәүләт системаһының Башҡортостан төбәк системаһы эшмәкәрлегенә ГЛОНАСС, “Термик нөктәләр” кеүек реаль ваҡытта хәлде күҙәтеү, ваҡытында ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеген биргән заманса мәғлүмәт системалары сафҡа ингәс, урындағы үҙидара органдарында берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәттәренең эшләүе көнүҙәк.
1 – 15 майҙағы Баймаҡ, Бөрө, Благовар, Благовещен, Дыуан, Кушнаренко, Мишкә, Салауат, Өфө, Хәйбулла һәм Шишмә райондарындағы ерҙәге һәм һауалағы ҡоролоҡ кәңәшмәлә ҡаралған икенсе мәсьәлә ине. Алдан баһаланыуынса, 66 мең гектарҙан ашыу майҙанда ауыл хужалығы культуралары һәләк булған.