Хәүефһеҙлек
24 Июнь 2021, 17:00

Вахтасыларҙың "КамАЗ"ы аварияға осраған...

Бәрелешеү шул тиклем көслө булған, һөҙөмтәлә...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика юлында тағы фажиғә теркәлде – 22 июндә Краснокама районында аварияла бер кеше ғүмере өҙөлдө. Был хәл Дүртөйлө – Нефтекама автомобиль юлының 52-се саҡрымында иртәнге сәғәт 10-да булған.
Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, “ВАЗ-2114” автомобиле ҡаршы килгән “КамАЗ” йөк автомобиле менән бәрелешә. Вахтасыларҙың “КамАЗ”ында водитель һәм мастер булған. Еңел автомобилдәге Нефтекаманан 34 йәшлек водитель ваҡиға урынында йән бирә. Шулай уҡ йөк автомобилендәге пассажир ҙа йәрәхәтләнгән.
22 июндә Сибай ҡалаһында ла бер авария булған: пассажир автобусы “ВАЗ-21099” менән бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль рулендәге 17 йәшлек үҫмер һәм автобустың кондукторы зыян күргән, уларға медицина ярҙамы күрһәтелгән.
Сибайҙағы авария буйынса административ эш ҡуҙғатылған. Үҫмергә водитель танытмаһыҙ автомобиль менән идара иткән өсөн протокол төҙөлгән. Ата-әсәнең тәрбиә буйынса үҙ бурыстарын үтәмәүенә хоҡуҡи баһа биреү өсөн бөтә материалдар бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияға тапшырыласаҡ.
Фото: ЮХХДИ идаралығы.
Читайте нас