Өфөлә сит ил автомобиле водителе велосипедтағы алты йәшлек малайҙы тапатҡан.
Был хәл 23 июндә Маршал Жуков урамында булған. "Volkswagen Polo" автомобиленең 20 йәшлек водителе артҡа шылған мәлдә юлына килеп сыҡҡан велосипедлы малайҙы аңғармаған һәм, мәлендә тормозға баҫырға өлгөрмәйенсә, уны бәрҙергән.
ЮХХДИ мәғлүмәтенсә, алты йәшлек малай төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға буйынса тикшереү башланған.
Юлдарҙа һаҡ, иғтибарлы булайыҡ!