Мазовтар ғаиләһе фажиғәһе әле һаман тынысланырға ирек бирмәй. Был ҡурҡыныс ваҡиғаға ике йыл самаһы ваҡыт үтеп китһә лә, күптәр уны онотмай.
2019 йылдың октябрендә ҡатыны менән талашҡан ир ике бәләкәй малайын алып, йөрөргә тип сығып китә. Шул көндән балалар ҙа, аталары ла юғала.
Эйе, күптәрҙе шаҡ ҡатырып тигәндәй, былтыр йәй малайҙарҙың мәйеттәре табылды. Икеһе лә йылға төбөнән килеп сыҡты. Ә бына атай кеше – Артем Мазов әлегә тиклем юҡ. Уның иҫәнме, үлгәнме икәнлеге лә билдәле түгел. Эҙләү һаман туҡталмаған.
Һәм бына тағы бер яңылыҡ билдәле булды: Волгоград ҡалаһында Артем Мазовҡа ике тамсы һыу кеүек оҡшаған ирҙе күргәндәр. Был турала “Уфа1” порталы хәбәр итә. Уны күргән ҡатын был баҫма редакцияһына мөрәжәғәт иткән. Татьяна һөйләүенсә, ул ирҙе 22 июндә Луговая, 3 адресы буйынса урынлашҡан спорт залы янында күргән.
"Мин балалар менән китеп бара инем, ул ишек янында тора ине. Үҙенә ныҡ итеп ҡарағанымды күргәс, ҡулы менән битенең аҫҡы өлөшөн ҡапланы һәм мине уҫал, әммә ҡурҡыулы ҡараш менән оҙатты", – тигән ул.
Татьяна әйтеүенсә, ир Артемға ныҡ оҡшаған. Тик уны фотоға төшөрә алмаған.
Волгоград өлкәһе буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был мәғлүмәт тикшерелә. Башҡортостанда иһә Мазовты эҙләү дауам итә, тип әйткәндәр.
Уға оҡшаған кешеләрҙе күрҙек тигән яңылыҡтар быға тиклем дә ишетелеп ҡалғайны. Тик уларҙың Артем икәне раҫланманы. Был юлы нисек булыр?