Хәүефһеҙлек
25 Июнь 2021, 06:00

Һәләк булғандар араһында яҡташыбыҙ ҙа бар...

Ҙурыраҡ фажиғәгә юл ҡуймаҫ өсөн көрәшеп, улар үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан итә. Асыҡланыуынса...

Кисә Ленинград өлкәһендә Росгвардия хеҙмәтенә ҡараған МИ-8 вертолеты һәләкәткә осраған. Төбәктең ашығыс ярҙам хеҙмәте белдереүенсә, аварияла өс кеше һәләк булған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың береһе - яҡташыбыҙ Рәмил Сөләймәнов, беренсе звено штурманы ярҙамсыһы.
Вертолет уҡыу-күнекмә осошон башҡарғанда һәләкәткә тарый. Росгвардияның матбуғат хеҙмәте билдәләүенсә, экипаж һуңғы минуттарға тиклем вертолетты тораҡ йорттарҙан алыҫҡараҡ алып китергә тырыша. Ҙурыраҡ фажиғәгә юл ҡуймаҫ өсөн көрәшеп, улар үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан итә.
Хәрби хеҙмәттә ҡаһармандарса һәләк булған яҡташыбыҙҙың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡ, түҙемлек теләйбеҙ. Йәне йәннәттә булһын!
Фото: "Башинформ".
Читайте нас