Нефтекамала тәфтиш хеҙмәткәрҙәре тәҙрәнән бәләкәй баланың ҡолап төшөү ваҡиғаһын тикшерә. Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, өс йәшлек ҡыҙ бала күп ҡатлы йорттоң бишенсе ҡатындағы тәҙрәнән осоп төшкән. Сабый ҡаты йәрәхәттәр алған.
Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 23 июндең кисендә бала бүлмәлә бер үҙе ҡалған. Тәҙрәне асып, москит селтәренә таянған һәм селтәр менән бергә ергә ҡолаған. Ҡыҙ бик ауыр хәлдә, дауаханаға оҙатҡандар.
Былтыр йәй айҙарында ла ошоға оҡшаш күңелһеҙ ваҡиғалар, фажиғәләр күп булды. Быйыл да хәл ҡабатлана, сабыйҙарын ҡарамау, иғтибарҙан ситтә ҡалдырыу һөҙөмтәһендә балалар имгәнә, һәләк була. Ата-әсәләрҙең йәйге эҫе көндәрҙә, тәҙрәләр йыш ҡына асыҡ торған мәлдәрҙә балаларынан күҙ яҙҙырмауҙарын һорайбыҙ. Бәләләр барыбыҙҙы ла урап үтһен!