Хәүефһеҙлек
25 Июнь 2021, 05:30

Йәҙрә һаҡланған келәттә янғын сығып...

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡтағы "Авангард" заводының йәҙрә һаҡланған келәтендә янғын сығып, уның майҙанының 1,5 мең квадрат метрын солғап алып өлгөргән, тип хәбәр итә республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
Уттың күрше торлаҡтарға күсеү хәүефе лә ҙур булған. Унда 200 кв.м асыҡ майҙанда снаряд йәшниктәренә ут ҡапҡан. Янғынды ауыҙлыҡлауҙа 75 ҡотҡарыусы, 25 берәмек ут һүндереү техникаһы ҡатнашҡан. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ.
Фото: inforeactor.ru
Читайте нас