Санкт-Петербургта вертолет һәләкәтенә тарып һәләк булған Башҡортостан егетен үлгәндән һуң наградаға тәҡдим итәсәктәр.
Росгвардияның Санкт-Петербургта һәләкәткә тарыған Ми-8 вертолет экипажын ҡаһарманлыҡ һәм героизм күрһәткәне өсөн үлгәндән һуң награда тәҡдим итәсәктәр. Был турала ТАСС хәбәр итә. Улар - Башҡортостандан егете - өлкән лейтенант Рәмил Сөләймәнов, шулай уҡ майор Николай Мулюкин һәм капитан Денис Куликов.
- Летчиктар аҙаҡҡа тиклем вертолетты ергә ултыртырға тырышты һәм тораҡ йорттар өҫтөнә төшөп халыҡҡа зыян һалмаҫ өсөн, ҡолап барған машинаны ситкә алып китеүгә өлгәште. Вертолет тораҡ йорттарҙан 200 метр алыҫлыҡҡа ҡолаған, - тип һөйләй Росгвардияның Төньяҡ-көнбайыш округы командующийы Павел Дашков.
Фажиғә 24 июндә өйрәтеү осошо яһағанда була.