Хәүефһеҙлек
26 Июнь 2021, 11:30

Мопед менән бәрелгән...

Благовещенда һәләк булған йәш ирҙең кем икәнлеге һаман асыҡланмаған. Әгәр...

Кисә республика биләмәһендә бер үлемесле авария теркәлгән.
Төбәк буйынса ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Благовещен районы аша үткән трассала мопедта китеп барған йәш ир һәләк булған. Әлегә уның кем икәне асыҡланмаған, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре уға 25-30 йәш тирәһе, тип белдерә.
Ир Vento мопедына идара иткән. Бара торғас, ул юл ыңғайы китеп барған Honda Accord автомобилен ҡыуап еткән һәм уға бәрелгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир урында уҡ йән биргән. Иномаркаға 57 йәшлек Борай районы кешеһе идара иткәне мәғлүм. Ул бер ниндәй ҙә зыян күрмәгән.
Фото: Төбәк буйынса ЮХХДИ идаралығы.
Читайте нас