Хәүефһеҙлек
26 Июнь 2021, 10:00

Оло ҡатындың битенә газ һиптереп...

Сумкаһын тартып алып ҡасҡан әҙәмде эҙләйҙәр.

Билдәһеҙ берәү пенсионер ҡатындың битенә газ һиптереп, уны талаған.
Өфөлә полиция 85 йәшлек ҡатынға һөжүм иткән ирҙе эҙләй. Был турала бөгөн Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр иткән.
Ваҡиға 2021 йылдың 13 апрелендә булған. Рәсәй урамы йорто подъезында ниндәйҙер бер әҙәм оло кешенең битенә газ һиптереп, ҡулынан сумкаһын тартып алып ҡасҡан. Һөжүм итеүсегә "Талау" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тик уны әле булһа таба алмайҙар.
Билдәләре: 25-30 йәштәрҙә, буйы яҡынса 170-175 см, ҡаҡса кәүҙәле, ҡара ҡыҫҡа сәсле. Ул ваҡытта кеше талаусы өҫтөнә арҡаһында аҡ яҙыуы булған билгә тиклем капюшонлы ҡара куртка, аҡһыл-һоро спорт кейеме, аҡ табанлы ҡара кроссовка кейгән.
Кем дә кем уны таныһа йәки ҡайҙалығын белһә, полицияға хәбәр итеүегеҙҙе үтенәләр.
Фото:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.
Читайте нас