Хәүефһеҙлек
26 Июнь 2021, 16:45

Һыйырҙы әрәм иткән...

Ведомствола әйтеүҙәренсә, водителдең мопед йөрөтөүгә танытмаһы булмаған, өҫтәүенә транспорт сараһы тейешенсә теркәлмәгән.

Ҡариҙел районында төн уртаһында Яңы Сәйет-Ҡариҙел автомобиль юлының икенсе километрында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, 19 йәшлек Өфө егете Stels мопедына идара иткәндә юлға ҡапыл килеп сыҡҡан һыйырға бәрелә.
Йәрәхәтләнгән водителде дауаханаға оҙатҡандар, мал йән биргән. Ведомствола әйтеүҙәренсә, водителдең мопед йөрөтөүгә танытмаһы булмаған, өҫтәүенә транспорт сараһы тейешенсә теркәлмәгән булған.
Оло юл айырыуса һаҡлыҡ, уяулыҡ һәм яуаплылыҡ талап итә. Барлыҡ водителдәрҙең дә юл йөрөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәүен, йорттарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Фото:ЮХХДИ.
Читайте нас