Республика һыу ятҡылыҡтарында бер көндә дүрт кешенең һәләк булыуы билдәле булды. Уларҙың береһе – үҫмер, тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, Илеш районының Әнәс ауылы эргәһендәге Ағиҙел йылғаһында һыу ингәндә 62 йәшлек ир батҡан. Ҡотҡарыусылар ҡорбанды һыуҙан алып сыҡҡан. Ишембай районының Ҡарайған ауылындағы ял базаһында 60 йәшлек ир һыуға сумғандан һуң кире йөҙөп сыҡмай. Аҙаҡ уның кәүҙәһен ҡотҡарыусылар тапҡан.
Шул уҡ көндә Өфөлә Ағиҙел йылғаһында 47 йәшлек ирҙең һыуҙа батыуы билдәле. Ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы водолаздары уның кәүҙәһен эҙләп таба. Әйтеүҙәренсә, ул эскән көйө һыуға төшкән .
Фажиғәләрҙең береһе Ейәнсура районында теркәлде. Ҡужабаҡ ауылы эргәһендәге Ташлы йылғаһында 14 йәшлек бала батып һәләк булған. Үҫмерҙәр ярҙан һыуға һикереп уйнаған, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тик береһе сумғандан һуң кире сыҡмаған. Яҡын тирәләге кешеләр уның кәүҙәһен һыуҙан алып сыҡҡан.
Ҡотҡарыусылар һыу инергә тыйылған һәм таныш булмаған урындарҙа һыу инмәҫкә саҡыра. Эскән килеш һыуға төшөргә, билдәһеҙ урында сумырға, ярҙан алыҫ йөҙөргә ярамағанлығын иҫкәртә, шулай уҡ балаларҙы һыуҙа ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.