Бөгөн төндә Ҡалтасы районында теркәлгән аварияла үҙе ярҙамға ашыҡҡан фельдшерҙың ғүмере өҙөлгән. Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Иҫке Ҡалтасы - Краснохолмский юлының беренсе километрында "Ашығыс ярҙам" машинаһы идара итеүҙе юғалта һәм юлдан оса. Автомобиль түңкәрелә. Руль артындағы 60 йәшлек водитель иҫән ҡала, ә бына уның пассажиры, "Ашығыс ярҙам" фельдшеры, 42 йәшлек ҡатын ваҡиға урынында йән биргән. Осраҡ буйынса тикшереү бара.
Бер тәүлек эсендә республика юлдарында бөтәһе 7 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда бер кешенең ғүмере өҙөлгән, туғыҙы - йәрәхәтләнгән. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ!