Һуңғы ваҡытта көндәрҙең эҫе тороуы күптәрҙе йылға-күл буйҙарына йәлеп итеп, пляж итеп тәғәйенләнгәне лә, был маҡсатҡа ярашһыҙы ла халыҡ менән тулды. Ҡотҡарыусыларға ла был йәһәттән эш артты.
Кисә төш мәлендә Сипайлово биҫтәһе эргәһенән ағып үткән Ҡариҙел йылғаһының йөҙөүгә тәғәйенләнмәгән урынына төшкән 34 йәшлек ир өсөн һыу инеүе аяныслы тамамланған. Шаһиттар һөйләүенсә, ир ағып киткән шипатайҙарын тоторға теләп йөҙөп киткән. Уларҙы ҡыуып етеп ҡулына алған ул, әммә үҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көслө ағым сәбәпле кире йөҙөп сыға алмайынса, һыу төбөнә киткән...
Ҡотҡарыусылар бер нисә минут эсендә катерҙа килеп, һыуға сумып эҙләп ҡараған, әммә был урында ағымдың көслө һәм соҡорло булыуы ҡамасаулаған. Бер аҙ ваҡыттан һуң ғына водолаздар ирҙең кәүҙәһен ярҙан ун биш метр алыҫлыҡтан табып ала. Фараздар буйынса, ир эскән булған.
Граждандарҙы яҡлау идаралығы беҙҙе һәр ваҡыт иҫкәртә: тәғәйенләнмәгән урындарҙа һыу ятҡылыҡтарына инмәҫкә, ярҙан алыҫҡа йөҙөп китмәҫкә, таныш булмаған урындарҙа суммаҫҡа, эскән килеш һыуға төшмәҫкә! Үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың ғүмеренә һаҡ, иғтибарлы булайыҡ!