Хәүефһеҙлек
29 Июня 2021, 16:30

Тағы ике кешенең ғүмере өҙөлдө...

Бөгөн Йәрмәкәй районында ике кешенең ғүмерен өҙгән юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы теркәлде. Асыҡланыуынса...

Бөгөн Йәрмәкәй районында ике кешенең ғүмерен өҙгән юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы теркәлде. Авария Приют – Бишбүләк автомобиль юлының икенсе саҡрымында көндөҙгө сәғәт ике тирәһендә булған.
Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Vortex Estina” һәм “Volkswagen Polo” автомобилдәре бәрелешкән. Билдәле булыуынса, унда ике кеше үлгән, йәрәхәттәр алған дүрт кеше дауаханаға оҙатылған. Ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс ярҙам хеҙмәттәре эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика юлдарында кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе дауам итә. Мәҫәлән, кисә туғыҙ юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы теркәлгән һәм уларҙа бер кеше һәләк булған, тағы ла туғыҙы йәрәхәттәр алған. Барлыҡ авариялар ҙа водителдәрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүенә ҡайтып ҡала. Рулгә ултырған һәр кеше аяныслы хәлдәрҙән һабаҡ алһын ине.
Фото: Башҡортостан ЮХХДИ идаралығы.
Читайте нас