Туғыҙ йыл элек йыртҡыстарса кеше үлтергәне өсөн Туймазы ҡалаһы кешеһенә яңыраҡ хөкөм ҡарары сығарылды. Тикшереү күрһәтеүенсә, 26 йәшлек иҫерек ир, ҡатыны менән талашҡандан һуң, ҡот осорлоҡ енәйәт ҡыла: юлында осраған бер ғәйепһеҙ 20 йәшлек егеткә бәйләнеп, уны сәнскеләп үлтерә, енес ағзаһын ҡырҡып ала.
- 2011 йылдың декабрендә Туймазы ҡалаһында йәшәгән ҡатын 20 йәшлек улының туғандарының туйынан һуң эҙһеҙ юғалыуы тураһында хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт итә. Ә 2012 йылдың мартында егеттең әхәзләп үлтерелгән кәүҙәһен тимер-томор йыйған пункттан алыҫ түгел урындан табалар. Тәфтиш-оператив тикшереү ул ваҡытта һөҙөмтәһеҙ була: үлтереүсене тапмайҙар, - тип һөйләйҙәр Башҡортостан Тәфтиш комитетында.
2020 йылда был енәйәт эше яңынан ҡаралып, үлтереүсенең эҙенә төшәләр. Ул мәрхүмдең кейемендәге биологик эҙҙәр аша асыҡлана. Ун йылға яҡын ваҡыт эсендә был әҙәм ике тапҡыр хөкөмгә тарттырылып өлгөргән: кеше ғүмеренә ауыр зыян килтереү һәм наркотиктар һаҡлау буйынса.
Судта енәйәтсе ғәйебен танымаһа ла, уны 14 йылға иркенән мәхрүм итергә тигән ҡарар сығарылған.