Белорет районында 45 йәшлек ҡатын урманға еләк йыйырға барған. Кем уйлаған урманда бәлә һағалап торор тип - еләк алырға тип ынтылған саҡта бармағын йылан саҡҡан.
Һөнәре буйынса медицина хеҙмәткәре булған ҡатын үҙенә тәүге ярҙам күрһәткән, әммә барыбер дауаханаға алып китергә мәжбүр булғандар. Мәғлүм булыуынса, әле уның хәле тотороҡланған.
Йәйҙең иртә килеүе һәм көндәрҙең эҫе тороуы йыландар өсөн уңайлы мөхит булып тора. Йыландарҙың эҫелә күпләп күҙгә салыныуын ул ошо уҡ шарттарҙа кимереүселәрҙең үрсеүенә бәйләйҙәр.
Йыландан һаҡланыу өсөн урман-ҡырға резина итек кейеп сығыу отошло. Ял урыны булараҡ ҡуйы үлән араһын, ҡоро ағас төптәрен һайламау хәйерле. Был йәнлектәр кеше ҡулы теймәгән, кеше аяғы баҫмаған урындарҙы үҙ итә. Беҙҙең төбәктә осраған ағыулы ҡара йылан ышыҡ, дымлы урындарҙы ярата. Шуға ул йорт янына эйәләшмәһен өсөн кәртә-ҡура тирәһендә бейек үлән үҫтермәҫкә, ихатала серек ағас-бүрәнә өйөмдәрен булдырмаҫҡа кәрәк. Тәбиғәткә сыҡҡанда иһә шәхси хәүефһеҙлек сараларын күреү мөһим.