Хәүефһеҙлек
30 Июнь 2021, 05:30

Ул электр самокатында китеп барған

Йәш ирҙе тапатҡас, водитель ҡаса. Әммә...

Их, был самокатсылар... Электр самокаттарында юғары тиҙлектә йөрөп үҙҙәрен дә, башҡаларҙы ла ҙур хәүеф аҫтына ҡуялар тип күп тапҡырҙар яҙҙыҡ. Һәм бына республикала уларға бәйле үлемесле авария ла теркәлде.
Фажиғә кисә төн менән Туймазы районында, М-5 “Урал” федераль трассаһында була. Электр самокатында китеп барған 30 йәшлек ирҙе билдәһеҙ кеше төкөтә һәм авария урынынан юғала. Октябрьский ҡалаһы кешеһе, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса ҙур юлдан китеп барған. Төкөлөштән һуң ул ваҡиға урынында йән бирә.
Юл патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ оператив-эҙләү саралары ойоштора. Уның һөҙөмтәһендә авария урынынан алты километр алыҫлыҡта, урман араһында Mercedes-Benz A180 автомобиле табыла. Машинаның күҙалланған водителе, 39 йәшлек Октябрьский кешеһе өйөндә булып сыға. Ул эскәнме-юҡмы икәнлеген асыҡлау өсөн медицина тикшереүенән баш тартҡан. Әле был хәлде тикшереү башланды.
Электр самокаттары менән төнөн оло юлға сығыу - ҙур хәүеф. Улар менән ҡала араһында һәм тиҙлекте арттырмай йөрөргә кәрәк тә бит...
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас