Кисә лә республика юлдарында кеше ғүмерҙәрен өҙгән бер нисә авария теркәлде.
Уларҙың береһе Әлшәй районында Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлының 69-сы саҡрымында булды: “Лада Калина” автомобиле һәм һөт ташыған тағылмалы “КамАЗ” автомобиле бәрелешкән. Аварияла өс кешенең ғүмере өҙөлә, шул иҫәптән бер бала һәләк булған, бер кеше йәрәхәт алған.
Икенсе ҡот осҡос авария Стәрлетамаҡ районында теркәлгән: Өфө –Стәрлетамаҡ – Ырымбур автомобиль юлында “Тойота RAV4” автомобиле туҡтап торған “Скания” ҙур йөк автомобиленә барып төкөлгән. Авария һөҙөмтәһендә ике кеше һәләк булған, шул иҫәптән 11 йәшлек бер бала. Тағы ла ауыр йәрәхәттәр алған ике кеше дауаханаға оҙатылған.
Шулай уҡ 30 июндә иртәнсәк Өфө районының Жуков ауылы эргәһендә М-5 трассаһында 47 йәшлек ир “Toyota Camry“ автомобилендә китеп барғанда йәйәүлене бәрҙергән. Ир йәйәүлеләргә йөрөү рәхсәт ителмәгән урындан юл аша сығып барған. Йәйәүле ваҡиға урынында вафат булған.
Ғөмүмән, 30 июндә республика юлдарында булған аварияларҙа алты кешенең ғүмере өҙөлдө, шул иҫәптән тағы ла ике баланы юғалттыҡ.
Ҡот осҡос авариялар, ә ҡасан быға сик ҡуйылыр икән?!
Фото: Башҡортостан ЮХХДИ идаралығынан.