Бөгөн, 1 июлдә, Өфөләге “Мәктәп” туҡталышында ир кешенең мәйете табылған. Шаһиттар белдереүенсә, ул ерҙә, туҡталыштың Өфөнән сығып китә торған яғында ятҡан.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ирҙең үлеме аномаль эҫегә бәйле.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Эске эштәр министрлығы вәкилдәре урынға сыҡҡан. Вафат булған иргә яҡынса 60 йәштәр тирәһе. Уға ҡыйын булған һәм ҡапыл үлгән.
Өфөлә һәм Башҡортостанда икенсе аҙна аномаль эҫелек тора. Сирле генә түгел, һау кешеләргә лә бындай ваҡытта тышта йөрөүе бик ауырға тура килә. Мөһим эштәрегеҙ булмаһа, өйҙә, һалҡын урында ҡалыу күпкә яҡшыраҡ. Шулай уҡ үҙегеҙ менән һыу йөрөтөргә, башығыҙға кейергә онотмағыҙ.
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Телеграм-каналы.